Ситса күлдәк. Миләүшә Ҡаһарманова
Ситса күлдәк. Миләүшә Ҡаһарманова Ҡапыл һаҡһыҙ итеп солан ишеген ҡаҡтылар. Аһ-аһ, кем шаҡый шар асыҡ йортҡа? Гәүһәр, ғәҙәтенсә, урам яҡ тәҙрәһенә күҙ атты. Ҡайһы яҡтан килеп инде икән был? Арауыҡтағы ел ҡапҡанан тиһәң, хәҙер унан кем йөрөһөн? Йә сәүеге ләңкелдәп тауыш бирмәне. Ул арала тегеһе, ишеккә тағы бер ҡағылып: – Хозяйка! – тип тә ебәрҙе. «Аһ, урыҫ шай…» Гәүһәр итәгендәге ҡорама аҫтынан шыуып сығып, күҙ алмаларын шөкәтһеҙ ҙурайтып күрһәткән лупалы күҙлеген сисеп һалды ла, оҙаҡ ултырыуҙан ҡатып киткән билен ус һырты менән ыуа-ыуа, тышҡа ыңғайланы: – Иҙу-иҙу. Сыҡһа, урыҫ тигәне ҡап-ҡара башҡорт, башҡорт ҡынамы… – Бә-әй, Әкрәм, һин түгелме?! Был танырмы, тигәндәй, ауыҙын йырып өндәшмәй торған ир көлөп үк ебәрҙе: – Мин шул, Гәүһәр апай, танымай тораһыңмы? https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-10-18/yamyr-a-tau-hik-y-4847505