"Бейе ҡоҙа, бейе ҡоҙа, бейе, һиңә - бер тауыҡ! Ул да булһа - һауын тауыҡ: һөтөн эсерһең...
"Бейе ҡоҙа, бейе ҡоҙа, бейе, һиңә - бер тауыҡ! Ул да булһа - һауын тауыҡ: һөтөн эсерһең һауып…" МӘРӘКӘЛӘШЕҮҘӘР ҺӘМ УЙЫНЛЫ-ЫСЫНЛЫ ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘР НАСАРМЫ? Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм фәҡәт кеше көлдөрөү маҡсатында тормошта булмаған теләһә нимәләрҙе уйлап сығарып һөйләүҙе тыйған. Шуға күрә лә, донъя йөҙөндә киң таралған һәр төрлө анекдоттарҙы һөйләп йә маймыл һымаҡ ҡыланып, әҙәм балаһын гел генә көлдөрөп йөрөүҙән тыйылыу кәрәктер ул. Быны, бар юмор ҙа ҡәтғи тыйылған икән, тип аңлау ярамай, әлбиттә. Иманыңа зыян килтермәй, әхлаҡи нормаларҙан сыҡмай, урынын һәм ваҡытын белеп кенә ҡулланғанда, уйынлы-көлкөлө һүҙҙәрҙең зыяны юҡ. Бына шул хаҡта бөгөн һүҙем. Берәй кешегә бәғзе ваҡыт, ниҙер хаҡында тураһын әйтмәй, йәтеш кенә итеп, һүҙеңде уратып алып барып еткереү зарурлығы була. Бер мәл мәктәптә уҡыған сағымда синыфташтар менән ҡырға сығырға тура килгәйне. Сәхрәлә сәй ҡайнатып эсергә лә ниәтләп, үҙебеҙ менән бер аҙ аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба ла алдыҡ. Сәй эскән мәлдә ҡайһы бер малайҙар сәйнүкте "ҡомған" тип атай башлағас, физика уҡытыусыһы Кинйәғол ағай хәйләле генә йылмайып: "Сәйнүк була ул, егеттәр. Ә ҡомғандың функцияһы - башҡараҡ…" - тип кенә төҙәтеп ебәреүе беҙҙең өсөн мәҙәк булып тойолғайны. Бына шундай уйынлы-ысынлы, артыҡ шаштырылмаған, күңелле лә тип әйтәйек, уратып һөйләшеүҙәр, нимәгәлер ишаралау, хатта бәғзе ваҡыт төрттөрөү (урыҫса - намекать, подкалывать) тигән ғөрөф-ғәҙәт халҡыбыҙҙа борон-борондан булған. Бихисап донъя мәшәҡәттәренә генә сумып, миләттәштәребеҙ һәр саҡ артыҡ етди ҡиәфәттә генә йөрөгән, тип уйлаһаҡ, әлбиттә, яңылышасаҡбыҙ. Сама белеп, бәғзе мәлдәрҙә еңелсә юмор менән дә булышҡылап алған беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ. Йыш ҡына башҡа яҡтарҙан килен әйттереп йә уларға ҡыҙ биргән ҡоҙалар араһында уйынлы-ысынлы төрттөрөүҙәр хатта ҡыҙыҡ, гүзәл йолаға ла әүерелеп киткеләгән. Халҡыбыҙҙың шаян таҡмаҡтарында ла бының сағылышын күрәбеҙ. "Ҡамыр баҫҡан ҡоҙағыйҙың ҡулы йәбешә микән?.. Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы майһыҙ ҙа бешә икән!.." Шундайыраҡ итеп мәрәкәләшеүҙәрҙе лә адекват ҡабул иткәндәр: "Бейе ҡоҙа, бейе ҡоҙа, бейе, һиңә - бер тауыҡ! Ул да булһа - һауын тыуыҡ: һөтөн эсерһең һауып…" Үпкәләшеү тигән нәмәләр булмаған да тиерлек. Бик һирәк кенә осраҡтарҙан тыш (шаярыуҙы аңламаған кеше лә була бит). Беҙҙең яҡта туйҙа "һыу һатып алыу" тигән йола бар. Тәүге көн ҡыҙ яғы үҙ йортонда ҡоҙаларҙы, йәғни, кейәүҙең туғандарын һыйлай, ә иртәгеһен, шул уҡ йортта, егет яғынан килгән ҡоҙалар ҡыҙҙың туғандарына хөрмәт күрһәтә башлай. Тик башта (иртәнсәк) ситтән килгән ҡоҙалар был ауылдың ҡоҙоғоноң һыуын "һатып алырға" тейеш. Берәй шаяныраҡ ҡоҙа йә ҡоҙаса, ҡулына "касса" тип яҙылған һауыт тотоп, һыу юлына арҡыры төшөп, ҡоҙаларҙы үткәрмәй һаҡта тора. Һыуға барыусылар әлеге "касса"ға күпмелер аҡса һалмайынса, үтеп китә алмай. Урам буйында уйын-көлкө менән күңелле генә итеп һатыулаша-һатыулаша, тинлек-һумлыҡтар төшөрә торғас, һауытта уба-туба аҡса ла йыйылып китә (был аҡса, әлбиттә, һуңынан, тантаналы рәүештә, йәштәргә тапшырыла). Беҙҙең бер танышыбыҙҙың туйында: "Ул что за һыу һатып бирә торған ғәҙәт ул!.." - тип, башҡа райондан килгән төп ҡоҙа (кейәүҙең атаһы) бер мәл асыуланып та киткән. Әммә был ҡоҙа кешенең ана шундай ҡылығы башҡалар өсөн мәҙәк тойолоп, хатта туйға йәм дә өҫтәп ебәргән, имеш. Юмор аңламаған кеше, ситтән ҡарағанда, үҙе бер "көлкө объекты" ла булып китә… Әлбиттә, туйға килгәндәр ҡоҙаларын тик төрттөргөләп кенә ултырғандар, тип уйлау ҙа ярамай. "Майһыҙ ҡалаҡ ауыҙҙы йырта", тигән әйтем дә йөрөй бит әле. Бер-береңде маҡтап, хуплап ебәреү йолаһы ла, һис һүҙһеҙ, башҡорт туйын оҙата барған. "…Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән, йыуасаһы баллы икән. Ышанмаһаң ашап ҡара, шәкәрҙән дә тәмле икән…" Мәрәкәләшеү, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ғына түгел, ә дуҫ-иштәр араһында ла була торғайны. Элегерәк, мин студент саҡта, медицина институтыны Показать полностью...