Һиҫкәндереп тумбочка өҫтөнә ҡуйылған телефон шылтыраны.Трубкала хирургия бүлегендә шәфҡ...
Һиҫкәндереп тумбочка өҫтөнә ҡуйылған телефон шылтыраны.Трубкала хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Фәриҙәнең тулҡынланған тауышы ишетелде: -Хәмит ағай, тиҙ генә отделениеға күтәрелегеҙ әле, ауылдан ауырыу ҡатынды килтерҙеләр. -Кем алып килгән? -Осраҡлы ылау менән. Күршеләре. Фельдшерға ла күрһәтеп тормағандар. Ихатаһында иҫтән яҙып йығылған,бисара. - Температураһы бармы? - Тәне боҙҙай һалҡын. -Ҡан баҫымы нисек? - Ныҡ түбән. -Хәҙер. - Сәғәтемә ҡараным. Йәйге эңер яңы төшһә лә төн уртаһы ауып килә икән дә баһа. « Башлана… Бөгөнгө дежурство тыныс ҡына үтә икән,тиһәм…» Процедура кабинетына индем. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/ofo-ta-y-yondo-ya-ty-y-h-y-r-tapa-ov-hik-y-4850198