-Хазина! Хазина таптым!- һыңар ҡулы менән тотҡан итәген гөптәйтеп әллә нәмә тултырған, ...
-Хазина! Хазина таптым!- һыңар ҡулы менән тотҡан итәген гөптәйтеп әллә нәмә тултырған, уныһы йүгереүгә ҡамасаулағандан, аяҡтарын тарбайта баҫып йән-фарман сабырға маташҡан Нәбирә үҙ алдына бер генә һүҙҙе ҡабатланы -Хазина...хазина. Себешләнеп бөткән аяҡтарын ташҡа бәрә-бәрә, артына ла ҡарамай әхирәте Рәмилә йәшәгән өйгә тиҙерәк килеп етеү ине уның теләге. Әйтерһең кемдер баҫтыра, әленән-әле артына ҡарап ала, ауыҙы йырыҡ. -Рәмиләүүүүү, тиҙерәк тышҡа сыҡ әле... уфффф, хәл бөттө. -Бөрөп тотҡан итәген бер ҙә бушатырға теләмәне, сәскәле эске кейеменең да һатлыҡ йән кеүек күренеп ҡалыуына иғтибар итмәне мәктәп йәшенә етеп өлгөрмәгән ҡыҙыҡай. Хазина ҡәҙерлерәк ине шул. Нәбирә былай сәрелдәк тауыҡ кеүек бер туҡтауһыҙ ҡысҡырһа,бер ғилләһе бар-тимәк, ысынлап та, эш йә бик хөрт, йә үтә шәп. Ихатаға йүгереп сығыу менән күҙ алдына баҫҡан күренештән шарҡылдап көлөргә тотондо Рәмилә. Бите бысрап бөткән, күҙе таҫырайған, итәгенең аҫҡы өлөшө эсенә тиклем күтәрелгәнсе нәмәлер тултырған,ике-өс көн элек үрелгән сәсе һүтелеп туҙып бөткән был ҡыҙ йораты цирктағы клоунға оҡшап тора ине шул. -Йә, көлөп торма, хазина таптым! Әйҙә мыныһын бушатайыҡ та, йүгерҙек ҡалғанына. Сәриәләр күрмәҫ элек,-тип итәген асып ебәргәйне, Рәмилә был тиклем дә байлыҡты тәү күргәнгәме тәүҙә ҡурҡып китте, шунан һөйөнөп ҡуйҙы, тотоп ҡарарға уйлағайны ла, йә, аҙаҡ ҡарарың, унда ишеү ҙә матурыраҡтары күп,-тип Нәбирә итәгендәгеһен нигеҙ буйына бушатып та ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙың итәгенә ут тоҡанғанмы ни, урам буйына сығыу менән таллыҡҡа остолар. Нәбирә үҙе бышлыҡҡан, үҙе бер туҡтауһыҙ тәтелдәй: -Уууу, һин унта күрһәәәәң... нинтәй генә төҫлөһө юҡ: сәскәлеһе, ҡошлоһо, биҙәклеһе... Сәриәләр генә алдараҡ өлгөрмәһеннәр...вәт әй, кеше шулай матур нәмәләрҙе ырғыта микән. Ялан табандарын итәк остарына тейҙереп ялтырата-ялтырата килеп тә етте етеҙбикәләр.Аһаллаға төшөп тубыҡтарына устарын ҡуйып тын алдылар ҙа тал араһында күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан өйөмгә яҡынлаштылар. “Ысынлап та хазина тапҡан шул Нәбирә. Мынта нинтәй генә сынаяҡ, ҡоштабаҡ, ваза ярсыҡтары юҡ! Иҫ киткес бит ә!!! Бына байлыҡ исмаһам!” Юғиһә, сүп-сар араһынан иҫкереп бөткән берәй ярсыҡ тапһаң, әллә нәмәләй күрәһең, йыуып алып, танауҙы үрә сөйөп маҡтанып йөрөйһөң әле ул. Ә мынта!!! Йыуаһы ла юҡ, тап-таҙа. Ә матурлығы... -Рәмилә, әйҙә иң матурҙарын ғына йыяйыҡ,сәскәлекәйен, мына мин күбәләклеһен таптым, хәҙер һиңә лә шунтайын табышам. Ҡалғантары Сәриәләргә ҡалһын. -Шайтатайыҡ. Йыйып апҡайтайыҡ та шан ҡылъяранан бүлешербеҙ ивет, ә. Миңә апайым ҡылъяранан нисек бүлешергә өйрәтте ул. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/uyyn-hik-y-li-samatova-4850226