Сусҡа фермаһы эргәһенән йә мәрйә ҡыҙҙары янынан үткән саҡта һәр ваҡыт "Бисмилла, йә Ила...
Сусҡа фермаһы эргәһенән йә мәрйә ҡыҙҙары янынан үткән саҡта һәр ваҡыт "Бисмилла, йә Илаһи илла Алла", тип уҡынып үтә торғайным. Әсәйем мине шулай өйрәтте. Ә ул – мулла ҡыҙы. Шулай йөрөй торғас, әллә Хоҙай мине яңылыш аңланы, әллә ен-пәрейҙәр бутаны, сусҡа ҡараусы Даша тигән сибәр ҡыҙға ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Мәрйә, ишшу етмәһә, сусҡа ҡарай икеләтә гонаһ. Түҙ, йөрәгем, түҙ инде! Йөрәк түҙә буламы һуң... Сибәр тигәнем, сибәрлектән ары торорлоҡ, күҙ яуын алырлыҡ шул. Күҙҙәре ут кеүек. Сәстәре күҙҙәренән, билдәре түштәренән, түштәре аяҡтарынан, ҡыҫҡаһы, ыһм... ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ. Май айындағы ҡаймаҡ төҫлө аҡ йөҙлө, йоморо, һөйкөмлө, теремек кенә йән. Ҡулда ғына йөрөтөрлөк сусҡа бәрәсеме ни. Тьфү, әпәт сусҡа, әстәғәфирулла... Уйланып, уфтанып йөрөнөм-йөрөнөм дә, бер көн түҙемлек сигенә сығып, әсәйемә әйтеп һалдым: Сусҡа фермаһы эргәһенән йә мәрйә ҡыҙҙары янынан үткән саҡта һәр ваҡыт "Бисмилла, йә Илаһи илла Алла", тип уҡынып үтә торғайным. Әсәйем мине шулай өйрәтте. Ә ул – мулла ҡыҙы. Шулай йөрөй торғас, әллә Хоҙай мине яңылыш аңланы, әллә ен-пәрейҙәр бутаны, сусҡа ҡараусы Даша тигән сибәр ҡыҙға ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Мәрйә, ишшу етмәһә, сусҡа ҡарай икеләтә гонаһ. Түҙ, йөрәгем, түҙ инде! Йөрәк түҙә буламы һуң... Сибәр тигәнем, сибәрлектән ары торорлоҡ, күҙ яуын алырлыҡ шул. Күҙҙәре ут кеүек. Сәстәре күҙҙәренән, билдәре түштәренән, түштәре аяҡтарынан, ҡыҫҡаһы, ыһм... ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ. Май айындағы ҡаймаҡ төҫлө аҡ йөҙлө, йоморо, һөйкөмлө, теремек кенә йән. Ҡулда ғына йөрөтөрлөк сусҡа бәрәсеме ни. Тьфү, әпәт сусҡа, әстәғәфирулла... Уйланып, уфтанып йөрөнөм-йөрөнөм дә, бер көн түҙемлек сигенә сығып, әсәйемә әйтеп һалдым: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-10-26/ber-misk-deget-3985431?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk