Киноларҙа, китаптарҙа ғына була ала бындай хәл тип уҡымағыҙ, тормошта ул беҙ уйлағанға ...
Киноларҙа, китаптарҙа ғына була ала бындай хәл тип уҡымағыҙ, тормошта ул беҙ уйлағанға ҡарағанда йышыраҡ осрай. Ғөмүмән, тормош – яҙыусылар фантазияһынан күпкә ҡатмарлыраҡ, буталсығырак, аңлашылмағаныраҡ хәлдәр килтереп сығарырға һәләтле. Улым йөрөгән ҡыҙын беҙҙең менән таныштырырға инде өйләнергә ниәтләгәс, уға тәҡдим яһағас ҡына алып ҡайтты. Мин уны тупһанан атлап инеүгә үк яраттым. Шундай тулҡынланып, борсолоп көткән инем был көндө! Улдары буй еткән әсәләр мине аңлар... Табын әҙерләгән инек. Сәй эсә-эсә яҡынданыраҡ танышабыҙ. Бындай ваҡытта һүҙҙе атай-әсәйе тураһында һорашыуҙан башлайһың инде: кем, ҡайҙан, кем булып эшләйҙәр... Буласаҡ килен яуап бирергә тип ауыҙ асҡансы, улыбыҙ, балҡып, атаһына боролдо: – Ә хәҙер, атай, һиңә сюрприз бар! Шаҡ ҡатырһың! Гөлназдың (исемдәр үҙгәртелде – Г. С.) ата-әсәһе һеҙҙең ауылдан бит! Тик ауылда уларҙың инде бер кемдәре ҡалмаған... Уның ата-әсәһе лә белмәй әле быны. Сер итеп һаҡланыҡ! Үҙебеҙ ҙә ярты йыл осрашып йөрөгәс кенә, осраҡлы рәүештә генә асыҡланыҡ. Гөлназ үҙе Сургутта тыуып-үҫкән бит ул. Күптән түгел генә күсеп ҡайтҡандар. Барыбыҙ ҙа Гөлназға ҡараныҡ. Ул үҙенең ата-әсәһенең исемдәрен атаны. – Кемдәр тип әйтәһең? – тип, ирем ҡабатлап һораны. Йөҙө күҙ алдында үҙгәрҙе, ҡара янды. Ә аҙаҡ, яуапты ишеткәс, ҡапыл табын артынан тороп уҡ китте. Бер һүҙ әйтмәйенсә! Йоҡо бүлмәһенә инде лә, Гөлназ киткәнсе шунан сыҡманы. Нисек уңайһыҙ булғанын белһәгеҙ... Нимә уйларға ла белмәнем. Гөлназ алдында бик ситен ине. «Рәмил ағайыңдың ҡан баҫымы күтәрелде шикелле», – тигән булдым. Ҡунаҡ артынан ишек ябылыуға ирем йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡты. Ярһыған, бүртенгән. – Әйт улыңа, был ҡыҙға өйләнергә рөхсәтем юҡ! Башҡа алып ҡайтып күҙемә күрһәтмәһен! – тине. - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-03-20/o-a-yy-iremde-berense-m-h-bb-te-bul-an-3694038?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk