... Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгәҙәк, һөйкөмлө, тағы нескә күңелле,...
... Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгәҙәк, һөйкөмлө, тағы нескә күңелле, рәнйеүсән, тәбиғәттән бирелгән зыялылығы ла бар. Яңғыҙым ҡурҡам, тип гел генә йоҡларға кеше эҙләй. Беренсе көн операциянан һуң булһа ла иламһырағас бер ағай менән йәнәш һалдыҡ, ул сыҡҡайны, аяғы һынған бабайға күсте, бөгөн ул да ҡайта. Өмөттөң бар белгәне көндөҙ сыраҡ яндырып йөрөгән Диоген ише кеше эҙләү. Тағы бындағы медперсонал уға күсәнәстәр ташыйбыҙ, ә ул ашарға ашыҡмай, килтергәнебеҙҙе одеалы аҫтына һала, атайым-әсәйем килһә, бергәләп тәмләрбеҙ, ти. Бына ошондай ҡыҙғаныс күренеш әле беҙҙә. Ә хоҡуҡтарынан яҙҙырылған ата-әсәһе күренмәҫтәрҙер инде башҡаса. Күренмәҫтәр... Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-23/m-t-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4818396