Аш бүлмәһе менән оло яҡты бер итеп, ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөгән Әлимә үтеп барышлай үҙенең көҙг...
Аш бүлмәһе менән оло яҡты бер итеп, ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөгән Әлимә үтеп барышлай үҙенең көҙгөләге сағылышын күреп, тертләп китте. Матурһығыҙ... Ҡайҙа бында матурлыҡ?! Яулыҡ аҫтына йәшерелгән сәстәрҙең һатлыҡйәндәй салдары ике сикәнән күренеп йөҙөн ҡартайтҡан, ҡан баҫымы күтәрелгән, күҙҙәр ҡыҙарып шешмәкләнгән. Төртһәң һытылырға торған түп-түңәрәк йөҙөндә ваҡ төймәләй ике күҙе бызырайып ҡалған. Һыуыҡтан һаҡлаған шарфтай, икенсе эйәк муйынды уратҡан. Уф-ф-ф!.. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-26/matur-y-y-4855141