АРТЫҠБИКӘ
АРТЫҠБИКӘ Шулай итеп, мин йәнә мәркәздә. Юҡ, әлбиттә, ауылдан сыға белмәгән "ҡырағай" башҡорт бисәһе түгелмен инде, түгелен. Килгеләп торҙом, хатта бер-ике төн ҡунып ҡалырға ла тура килгеләне. Әммә минең әлеге килеүем ул саҡтағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән йөрөү ише түгел. Әлеге сәйәхәтте минең бында тәүге тапҡыр килеүем менән генә сағыштырырға мөмкин. Мәркәз үҙе бер ҡарағай джунгли һымаҡ ҡаршыланы мине. Ул саҡтағы мин – 16 йәшлек сабый үҫмер ҡыҙыҡай инем. Максимализм сире саманан тыш бәреп торған амбициялар менән бер рәттән, биләүҙән үк тыҡып-тыҡыптәрбиә ҡылынған баҫалҡылыҡ кеүек бер-береһе менән ярашмаған төшөнсәләрҙең ниндәйҙер бер шикле йыйылмаһы. Сәнғәткә уҡырға килгән берәү, йәнәһе. Әсәй бахыр, мәркәздең аппетиты хаҡында ғүмерҙә лә, хәбәрҙар булмаған ябай ауыл ҡарсығы, 50 мең аҡса биргән булды. Барып-ҡайтыу хаҡы ул саҡ 30 мең ине. Ҡалғанына мин ҡайҙалыр, нисектер йәшәргә нимәлер ашарға тейешмен. https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-10-26/arty-bik-4855380