Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Баш ҡатҡан ул. Барыһы ла күреп ҡалыу менән:
Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Баш ҡатҡан ул. Барыһы ла күреп ҡалыу менән: - Ҡасан бисә алаһың да, ҡасан бисә алаһың, - тип ҡаҡ быуынға төшә бит, әй. Атайым да: - Эшкинмәгән, ҡоро кәүҙә, әллә кемгә оҡшап мәмәй булғанһың, кәләш алырға ла эшкинмәйһең бит, - хыялый итә. – Ана мин һис аптырап торманым, алдым да айырҙым, алдым да айырҙым. Әсәйең ун беренсеһе, ти. Ҡыҙыҡ ҡыналар ул, бутта рәхәттән яңғыҙ йөрөйөмдөр шул. Минең дә кеше һымаҡ кәләш алып, бешкән-төшкәнде, әҙерҙе генә ашап рәхәт кенә йәшәйһе килмәй тигеҙ мәллә. Бисә алырға кәрәклеген үҙем дә беләм. Өйләнеү уйын эштер шул. Өйләнеп ҡараным бит инде, ҡараманым түгел. Тик йүнле генәһе осрамағас, ни хәл итәйем һуң. Башты ташҡа бәреп булмай ҙа. Хәҙер нормальный ғына ҡатын-ҡыҙҙы табыуы ҡыйын икән шул. Берәүһен элекке йыл ғына алғайным, уңманым. Салауат ҡалаһынан ҡайтып килгән ағайым юл буйында бала менән ҡул күтәреп торған ҡатынды ултыртып алған. Теге Архангел яғына ҡайтып барған. Шуны ағайым миңә апҡайтып бирҙе. Йәшәп алдыҡ та киттек. Тик ун көн йәшәнекме-юҡмы, бөтә ерем үлтереп ҡысыта башланы - https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-10-11/yl-ne-ul-uyyn-esh-t-gel-3964809?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk