-Ярай, имен ҡайтҡасығыҙ, шөкөр,-ҡатынының биле йыуанайып киткән, -минең көнөм еткән,ирт... — 6 июля 2026 г. в 06:04:30.593
-Ярай, имен ҡайтҡасығыҙ, шөкөр,-ҡатынының биле йыуанайып киткән, -минең көнөм еткән,иртәгә, йә иртәнән һуң табам инде, Алла бойорһа. -Исем уйланыңмы малайға?-Альфред яһалған сәйен һемерә башланы. -Ролан, тип ҡушайыҡ. Шаяртам, һин үҙең уйларһың. Иртә менән телефоны шылтыраны. Альфред уяулы -йоҡоло көйө телефонын һәрмәп алды. -Инәһеҙ, йоҡоно бүлеп. Алло! Кем был? Әәә, Иршат ағай һеҙме, юҡ, юҡ, уятманығыҙ, дауна торҙом,-райондың главаһы үҙе шылтырата икән. -Ҡустым,әле оперативка үтте, милициянан шылтыраттылар. Һинең ҡустыңды үле килеш тапҡандар. Әле моргта. Ауылығыҙҙың главаһы бында ине бит, Альфред ҡустыға ярҙам итеп ебәрәйек, ҡәбер ҡаҙһын егеттәрегеҙ, тинем. Ә һин хәҙер милицияға бар, һинән башҡа бүтән туғаны юҡ бит. Материаль ярҙам кәрәкһә, инеп сыҡ. Пип. Пип. Пип. Элемтә өҙөлдө. Бер ни аңламай ҙа, иҫәүән һымаҡ ултырҙы. Башына һуҡтылармы ни... -Дәәә. Кәләш. Дим үлеп ҡалған. Әле шылтыраттылар. Мине милицияға саҡырталар. Сыҡты ла машинаһына ултырып тайҙы Альфред. -Миңә роддомға...-эсен тотоп тороп ҡалды кәләше. Эшенә инеп көн һораны, профком шундуҡ аҡсалата ярҙам итеп ебәрҙе, коллегалары ла йыя һалып тотторҙолар, милицияға барҙы, моргҡа, магазиндарға инде, кәфенлек алды, ҡульяулыҡ, таҫтамал,дүрт ирҙәр күлдәге, ауылдың муллаһын табып шылтыратты-бөтәһе лә инерция буйынса бер ниндәй хисһеҙ, тойғоларһыҙ эшләнделәр, ҡустыһының үлеменә һаман ышанмай, ышанғыһы килмәй башҡарҙы . Бер генә нәмә мейене сүкеп тик тора: нишләп эстең? Ҡустыһының кейемдәрен ҡосаҡлап, машина эсенә инеп ултырғайны, телефоны шылтыраны: -Алло, тыңлайым. -Альфред ағай, был мин, Морат әле, Димдең дуҫы. Һеҙҙең иртәгә концертығыҙ икән районда, ике пригласительный бирегеҙ әле. Кәләште концертҡа апарам, тип обешайт иттем дә. ,,Суҡынсыҡ, иртәгә концерт бит әле, күсертергә кәрәк," тип уйлап ала үҙе: -Морат, Дим мәрхүм булып ҡуйған, концерт булмай, ҡәбер ҡаҙалар. Ҡояш байығансы ҡабаланайыҡ, тиҙәрсе муллалар. -Нисек үлгән,кем үлгән. Дим ней әле генә минең менән һөйләшеп торҙо, универмагта осраттым, курткаһын, телефонын урлатҡан да, куртка алышып бирҙем. Ул әле һеҙгә китәм,тип вокзалға төштө. Ағай,ике пригласительный. -Да хоть ун пригласттельный. Мин вокзалға! Вокзалға килһә, ун минут элек ҡуҙғалған автобус. -Ярай, ҡабаланмайым. Яйлап,яйлап! Ауылға, главаға шылтыратты, кәфенлек, хәйергә тигән төргәген, аҡсаларын моргта ҡалдырып китте: -Мәрхүмдең туғандарына тапшырырһығыҙ... -Ҡустым терееее!!! Альфред ҡыуанысы күкрәгенә һыймай йырлап ҡайтып китте. Дим автобустан төшөп ҡалды ла такси алды, ямғыр һибәләп торасы. Геүләп такси килеп туҡтаған тауышҡа килен балаҡай ҡапҡа асайым, тип сыҡһа, ҡәйнеше инеп килә. -Еңгәй, һаумыһығыҙ! Килен ап-аҡ булды ла, һушын юйып инде ҡолап бара, ҡәйнеше ярай тотоп өлгөрҙө. Геүләп Альфредтың машинаһы килеп туҡтаны. -Ағай, тиҙ бул, ҡайҙа йөрөйһөң, еңгәй үлеп бара, шикелле, ҡоланы ла ҡуйҙысы. -Нишләп бөтәгеҙ ҙә бөгөн үләһегеҙ??? Альфред үҙ ауыҙынан ни сыҡҡанын аңлар хәлдә түгел. Киленде тейәнеләр ҙә, бала тыуҙырыу йортона алып киттеләр. Малай тыуҙы! Дим милиция юлында йөрөп алды, ҡасан, кем, нисек, ниндәй шарттарҙа курткаң юғалды? Әллә күпме ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйып ҡайтты. Димгә тип ҡаҙылған ҡәбер Бибиәсмәнең ҡәберенә яндап ҡаҙылған ине. Ярай, ташҡа яҙыу яҙып өлгөрмәгәндәр. Аптырашып, елкә тырнашып торҙо ирҙәр зыяратта. -Тәмәке көйрәтә тороғоҙ, Һиҙиәт ағайға барып, кәңәшәүәйт итеп киләйем, тине бер ир, үҙе шәп итеп атлап түбәнгә төшөп китте, шундуҡ ҡына кире әйләнде: -Һиҙиәтулла ағай үтеп киткән... Ауылдаштары Һиҙиәтулла ағайҙы ҡәҙерләп ер ҡуйынына тапшырҙы. Сулпан Абдрахимова. Бәләбәй хәбәрҙәре. 22 июнь 2024 Автор:По материалам издания ИА "Шакмар"

