-Кемдәр булыр был?-Хөснөтдин бер ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуйып, баяғылар яғына текәлде. — 6 июля 2026 г. в 06:04:30.410
-Кемдәр булыр был?-Хөснөтдин бер ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуйып, баяғылар яғына текәлде. -Аһһ!-итте Бибиәсмә, Иҙии...әт...улла ла һа! Ҡайтты... -Нисек тә?Үлгән, тинеләр бит... Ҡара һин уны,эңерҙә лә танып ултыра. -Танымаҫҡа. Һиҙиәтте дөм ҡараңғы ла ла таныйым...-шулай тине Бибиәсмә. Баяғы йортта ут алдылар! Күҙ алдында балҡыны ла ҡуйҙы шул йорт. Бәлки, ул уттар һүрән генә янғандарҙыр, әммә Бибиәсмәгә улар донъялағы иң сағыу, иң йылы уттар булып балҡынылар. Бибиәсмә өсөн бар Донъя балҡыны ла ҡуйҙы. Хөснөтдин мин минлеген еңә алманы. Һиҙиәтуллаға хәл-хеүәл һорап барманы. Үҙе килер, йәнәһе.Өсөнсө көн тигәндә, Һиҙиәтулла быларға үҙе килеп инде. Картуф алып мәшәҡәтләнә инеләр. -Ырҙынға бәрәкәт!-тип һөрәнләне Һиҙиәтулла. -Кәтмән төбө,-тип яуапланы Хөснөтдин. Үҙе йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарып, ҡулын һоноп килеп,күреште. -Һаумы, Иҙиәт!-Бибиәсмә ябыҡ, тарамыш ҡына ҡулдарын күлдәк итәгенә ышҡып торҙо ла, ике ҡуллап күрешергә ҡулдарын һондо. -Самауыр ҡайнаған,-үҙе күҙҙәрен тултырып Һиҙиәтуллаға ҡараған. Ә үҙенең керпек осонда ғына йәштәре тулышып,бына-бына ғына тамам,тип мөлдөрәшеп торалар. -Сәпсимгә ҡайттыңмы?-Хөснөтдин һүҙгә ҡушылды-Әбейең менән ҡайттыңмы? -Әбейҙе ерләп ҡайттым, ҡорҙаш. Сәпсимгә ҡайттым инде -Бибиәсмәнең ҡулдарын ебәрҙе. -Яңғыҙ әбейҙәр күп ауылда. Кәләш алып ебәрһәң, үҙем йыназа, әәй, тьфү, никах уҡырмын. Мин ней бит әле хәҙер, муллаһы ауылдың. Үҙемә лә берәй йәштән әбей кәрәк ине, дин буйынса беҙгә икәү тейеш,-һүҙ юҡта һүҙ булһын, тип тороуы, Хөснөтдин теүәтәйен сисеп, таҡыр башын шытырҙатып тырнап алды. -Ээй, ҡыя һейәм, тип тормай, һаман ҡатын һөйләп торған була,-Бибиәсмә кәтмән йыйып Һиҙиәтуллаға һондо -Ал,Иҙиәт! Ҡыуанды, сикһеҙ һөйөнөс кисерҙе йөрәге Бибиәсмәнең. Төнөн йоҡо алманы. Шәл бөркәнеп кенә сығып, тыштағы эскәмйәгә ултырҙы Һиҙиәттең өйө яғында ике күҙе. Төнлөктән ҡараған йондоҙҙар, Бибиәсмә һәм кисеү аръяғында Һиҙиәтулла ғына бөгөн йоҡламайҙар. Ғүмерҙәр аҡты. Бөтә нәмә ап-асыҡ бит был донъяла. Килгәндәр ҡасан булһа ла китәләр, килгәндәре китер өсөн килгәс.Тик берәүҙәрен иртә, бик иртә алып китә шул, йәндәрҙе үкһетеп, бәғерҙәрҙе телеп. Бибиәсмә түшәккә ятты. Арыны ул. Тамсы хәле ҡалманы. Сабыр булып арыны,йәне йылымыс көтөп арыны. -Иҙиәт инһен,-тине Бибиәсмә. Һиҙиәтулланы саҡырып килтерҙе Хөснөтдин.Карауат эргәһенә бүкәнен шылдырып ултыртты Һиҙиәт. -Хәлдәрең нисек, Әсмәү? -Һорамағыҙ хәлдәремде Хәлем һорарлыҡ түгел...-хәлһеҙ генә көйләне Бибиәсмә. -Хәлгенәңде нисек кенә еңеләйтәйем, Әсмәм?-Һиҙиәтулла хәсрәт тулы күҙҙәре менән баҡҡан Әсмәһенә. -Былай ғына ултырып кит. Һине борсоуға һалмам, тинем дә...Әллә нишләп күргем килеп тик торасы, Иҙиәт. (Яратып Иҙиәт тине йәш сағында Бибиәсмә,Әсмәм,тип өндәште Һиҙ иәтуллаһы.) ,,Ясин " тип яҙылған китабын тотоп ултырған Хөснөтдин бер нисә тапҡыр тамаҡ ҡырып алғас, былай тип һүҙ башланы: -Уландар килеп етмәҫ борон, һеҙҙең алдағы ғәйеп эштәрем өсөн ғәфү һорайым. Тешем ҡыҫып әйтмәй ҡалмайым, һеҙҙең икегеҙ алдында ла ғәйеплемен. Бибиәсмә,күңелең йөйлө лә, яралы һинең. Мин шулай иттем. Кисерә алһаң, кисер. Һеҙҙең бәхетегеҙҙең ҡарағы -мин. Һине үлеп яратҡандан түгел, Һиҙиәттән көнләшкәнем өсөн шулай иттем. Һеҙҙең бәхетегеҙҙән көнләшеп... Кисер, Бибиәсмә, кисерә алһаң. Беҙ икәү ғүмер үтмәнек. Ә шул ғүмер беҙҙең арабыҙҙы ғына үтте, шикелле. Кисер, Һиҙиәтулла... Иҙиәтуллаһының ҡулын тотоп ҡына ятып үтеп китте Бибиәсмә. Гөрләүектәр гөрөлдөгө сыҡҡан, сыйырсыҡтар ҡайтҡан саҡта гүр эйәһе булды Бибиәсмә. Раузаһы эргәһендә мәңгелек йорто. Хөснөтдин дә китеп барҙы. Бибиәсмәнән саҡ ҡына арыраҡ ята уныһы. Хәҙер Хөснөтдиндең өйө етем булып тороп ҡалды. Әртис егеттең үҙ ғаиләһе бар,ә бәләкәс улдары өйләндеме, юҡмы?Эскеләй, шикелле, тиҙәр уныһын. Альфред исемле өлкәндәре. Әле таңға ғына ҡайтып инде гастролдән. Арып,арманһыҙ булып. -Шул тиклем алыҫ аралар,саҡ ҡайтып еттек, переброска өсөн берәй ауылда концерт ҡуйып китһәк була бит.

