...тапшырҙы. — 6 июля 2026 г. в 06:04:30.212
...тапшырҙы. Сулпан Абдрахимова. Бәләбәй хәбәрҙәре. 22 июнь 2024... ==================== Бибиәсмәм Ауыл ситендә, кисеү аръяғында яңғыҙ ғына бер өй тора. Ҡасандыр алтын приискалары гөж килгән саҡта ҙур булған ауыл хәҙер ун биш кенә йорттан тора. Шул өйҙең хужаһы Һиҙиәтулла юғалып, утыҙ йыллап күренмәй. Көҙгө бер эңерҙә уның өйөндә ут ҡабына — бабай ҡайтып төшә. Һиҙиәтулла — мыҡты, төҙ кәүҙәле ир. Ситтә йәшәп, ҡатынын ерләгәс, тыуған яғына ҡайта. Ул йәш сағында Бибиәсмә исемле ҡыҙҙы өҙөлөп ярата, ләкин ҡыҙҙы Хөснөтдин алдап алып китә. Яңылбикә еңгә ярҙамы менән Бибиәсмәне урлап тигәндәй кейәүгә бирәләр. Һиҙиәтулла әсәһе менән генә йәшәй, уға тоғро ҡала, өйләнмәй. Ә Бибиәсмә иренең көнсөллөгө, ҡырыҫлығы арҡаһында ауыр тормош кисерә. Уларҙың ҡыҙы Рауза ла бәхетһеҙ яҙмышҡа тарый — йәшләй вафат була. Йылдар үтә. Хөснөтдин ҡартайғас дин юлына баҫа, мулла булып китә. Бер көндө Һиҙиәтулла ауылға ҡайта. Бибиәсмә уны күреп тетрәнә, күңелендә һүнмәгән хистәр ҡабат уяна. Һиҙиәтулла уларға килеп йөрөй. Бибиәсмә ауырый башлағас, үлер алдынан уны күрергә теләй. Шул саҡ Хөснөтдин үҙ ғәйебен таный, уларҙың бәхетен боҙғанын аңлап, ғәфү үтенә. Бибиәсмә Һиҙиәтулланың ҡулын тотоп донъянан китә. Артабан Хөснөтдин дә вафат була. Һиҙиәтулла яңғыҙ ҡала. Һуңғы ваҡиғаларҙа Бибиәсмәнең ейәндәре яҙмышы күрһәтелә: береһе әртис, икенсеһе Себерҙә. Ҡайғы-хәсрәт, үлем менән буталған хәлдәр араһында яңы тормош та дауам итә — бала тыуа. Ахырҙа Һиҙиәтулла ла вафат була. Ауыл халҡы уны хөрмәтләп ерләй. -Ҡыҙҙар оҙаҡ ултырһа ,еҫләнә башлай ул-шул булды ата һүҙе. Эшләнеп бөтмәгән өйөнә алып ҡайтты кейәү, шунда туй яһанылар. Соландың иҙәне юҡ,түшәлмәгән. Соландың тупһаһынан өйгә ингән тупһаға тиклем бер оҙон сороковка таҡта һуҙғандар ине, шул бер таҡтанан йөрөттөләр ҡунаҡтарҙы. Аш яраштырған ҡатындар, ҡоҙасалар боһорап торған бишбармаҡлы ҡаҙандарҙы ла, самауырҙы ла шул бәүелеп торған таҡта буйлап индерҙеләр, сығарҙылар. Ул һалмыш ҡоҙалар ҡолашып бөткән ҡайҙа шул таҡтанан! Ике бәпес табып бирҙе Раузаһы Рәхмәткә, теге буй таҡта һаман шул килеш ята бирҙе. Рәхмәт тә ҡайны һымаҡ, ыҙалатты ҡатынын, туҡманы. Икенсе баланан һуң ныҡ өҙлөктө ҡыҙҙары. Ныҡ ябыҡты, һарғайҙы,һөтө бөттө. Сире яман булған күрәһең, өлкән улына өс, йәш, бәләкәсе муйыл сиртмәле сәңгелдәктә тулап ҡына ята ине, Раузалары донъя менән бәхилләште. Ҡап-ҡара ҡайғылар Бибиәсмәнең дөм ҡара сәстәрен ап-аҡ көл иттеләр. Ике малай хаҡына сабырҙар булып, йәшәргә, атларға, ҡыбырларға кәрәк. Кесерәйеп ҡалды Бибиәсмә. Хөснөтдин дә бөршәйеп китте. Элекке һымаҡ бисәһен битәрләмәй, йөйһөҙ ерҙән йөй эҙләмәй хәҙер. Ҡуйын һайын берәр ул менән тороп ҡалдылар. Көн күрҙеләр, ғүмер һөрҙөләр. Малайҙарҙы буй еткерҙеләр. Бер улдары әртис булам, тип Өфө китте, бәләкәсе оҙон аҡса артынан Себер юлланды. Хөснөтдин намаҙға баҫты бер көндө. Аят, сүрәләр өйрәнде. Ҡорбанға ла әйтәләр үҙен,йыназаға ла йөрөй,аяттан ҡалдырмайҙар,бәпескә исем ҡуштырһалар ҙа ауылда шул Хөснөтдин муллаға киләләр ҙә торалар. Бына әле Баймөхәммәт тигән егеттең улына исем ҡушып ҡайтып ултырыуы. Урам тышындағы эскәмйәгә Бибиәсмә менән Хөснөтдин ултырғандар ҙа, нимә күреп ҡайтҡан, нимә ишеткәнен бабайы әбейенә теҙеп һөйләп ултыра -Кем тип ҡушып ҡайттың инде был юлы? Бибиәсмәһе гәзиткә төрөлгән күстәнәстән ауыҙ итәйем,тип бер йөҙөм ҡабып ебәрҙе. -Арлан! -Ыстағафирулла! Шулай исем дә сыҡҡанмы?-саҡ йөҙөмө тын буйына китеп барманы Бибиәсмәнең. -Сыҡҡан икән шул, Бибиәсмә. Мөхәрләм айы бит, Мөхәрләм, тип ҡушайыҡ, тием. Юҡ. Килен тигәндәре ыҡҡа килмәй. Ҡулдарын бөйөрөнә таянып алған да аңҡылдығы сығып тик тора: Арлан була!Апһындары ла, ҡәйнәһе лә әйтеп ҡарайҙар. Минең һымаҡ баһадир табығыҙ ҙа, Мөхәрләм,тип ҡушығыҙ! -Рамаҙан тиһә ярамағанмы,хатта матур исем. Үткәндә береһенә Абжур ,тип ҡушып ҡайттың түгелме? -Эйе шул... Ошо мәлдә эргәләренән һары Москвич елдереп китте лә, кисеүҙе үтеп, Һиҙиәттең өйө тапҡырына килеп туҡтаны. Машинанан ике ир уҙаманы төштөләр ҙә береһе ҡапҡа асырға, тип атланы.

