Өфөлә «Нур» татар дәүләт театрында «Ай булмаһа, йондоҙ бар» премьераһы үтте — 1 октября 2026 г. в 19:25:00.732
Өфөлә «Нур» татар дәүләт театрында «Ай булмаһа, йондоҙ бар» премьераһы үтте Өфө «Нур» татар дәүләт театрында премьера! Ижади коллектив йәнә классик драматург Туфан Миңнуллиндың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Тамашасы хөкөмөнә «Ай булмаһа, йондоҙ бар» исемле киң билдәле мелодрама сығарылды. Тәрән фәлсәфәһе һәм драматик сюжеты менән билдәле пьеса «Нур»ҙа сирек быуат элек тә сәхнәләштерелгән, бөгөнгөһө бөтөнләй заманса яңғырай.