Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Публикации канала
Лента каналаБашҡортостанда пассажирҙар таксиҙың легаль эшләүен Дәүләт хеҙмәттәре порталында тикшерә ала Сәфәр хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн. Йыл башынан алып пассажирҙар Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша еңел таксиҙың легаль эшмәкәрлек алып барыу-бармауын тикшерә ала.
7Республикала һалым түләү тураһында иҫкәрмәләр таратыла башланы Улар 2025 йылға милек һәм физик шәхестәр килеменә һалымдар. Был документты 2 миллиондан ашыу кеше аласаҡ. Граждандарҙың 1 миллион 8 йөҙ меңе иҫкәрмәләрҙе «Дәүләт хеҙмәте» порталы һәм Һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинетта таныша ала. Электрон вариант мәғлүмәт алыу ғына түгел, шунда уҡ түләү мөмкинлеге лә бирә. Һанлы сервистар менән ҡулланмаусыларға иҫкәрмәләр йәшәгән урынға заказлы хаттар менән оҙатыла.
10Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар тарихына арналған Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы башланды Өфөлә Ҡатын-ҡыҙ тарихын һәм хәҙерге тарихи антропологияны тикшеренеүселәрҙең Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы старт алды. Ҡатнашыусылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары йолаларын һаҡлауҙа, күрһәтеүҙә һәм аңлауҙа гүзәл заттарҙың роле тураһында фекер алыша.
18Өфөлә өлкәндәр өсөн компьютер грамоталылығы буйынса бушлай уҡыуҙар ойошторолдо Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө уңайынан Һаҡлыҡ банкының «Мәктәп 21» һанлы технологиялар мәктәбендә өлкәндәр өсөн компьютер грамоталығы буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Курс тыңлаусылары компьютер һәм телефон менән ҡулланырға, текст документтары менән эшләргә, интернетта мәғлүмәт эҙләргә өйрәнә.
26Өфөлә һуғыш ветерандары клиник госпиталендә Оло йәштәгеләр көнө билдәләнде Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә байрам табыны ойошторолдо, концерт программаһы тәҡдим ителде. Пациенттар алдында баш ҡаланың иждаи коллективтары сығыш яһаны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе махсус хәрби операция яугирҙарының ата-әсәләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
38«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге»-беҙҙең яратҡан проекттарыбыҙҙың береһе. Уны башлап ебәргән ваҡытта ни тиклем популяр булырын, ни тиклем яҡшы эмоциялар биререн күҙ алдына ла килтермәнек. Әле проектта 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
43
Подписчики
641
Публикации
2 469
Обновление
1 октября 2026 г.
Первая публикация
15 июня 2026 г.
Активность канала
За 7 дней
85
публикаций
За 30 дней
240
публикаций
Просмотров за 90 дней
54 734
Ср. просмотров на пост
140