Өфөлә өлкән йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» фестивале үтте — 2 октября 2026 г. в 18:30:02.402
Өфөлә өлкән йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» фестивале үтте «Мин яратам һине, тормош!». Өфөлә өлкән йәштәгеләрҙең республика ижад фестивале үтте. Йыл һайын ойошторолған сара 65 йәште уҙған кәмендә 2 мең кешене берләштерә. Гала-концертта ғына 38 коллектив һәм башҡарыусы ҡатнашты. «Торатау» конгресс-холлында сығыш яһау өсөн улар һайлап алыу турын үтеп, зона смотрында еңеп сыҡҡан. Быйылғы юбилей фестивале Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды.