Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында Геройҙар аллеяһы асылды
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында Геройҙар аллеяһы асылды Еңеү паркында ойошторолған Хәтер сараһында махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙым бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереү тәҡдиме менән урындағы хакимиәт етәкселеге сыҡҡан. Ауыл халҡы һәм бағыусылар идеяны күтәреп ала. Паркта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән сик һаҡсыларына ла мемориалдар ҡуйылған.