Мәжит Ғафуриҙың вафатына 92 йыл тулыуға арналған хәтер саралары үтте
Мәжит Ғафуриҙың вафатына 92 йыл тулыуға арналған хәтер саралары үтте Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мәрхүм булыуына 92 йыл. Тарихи дата айҡанлы әҙиптең тыуған яғында хәтер саралары үтте. Мәжит Ғафури уҡыусыларға «Ҡара йөҙҙәр», «Һарыҡты кем ашаған», «Күршеләр йәки өйҙәш ҡатын» кеүек әҫәрҙәре, шиғри шәлкемдәре аша яҡшы таныш. Башҡортостан халҡы тәүге халыҡ шағирының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, Мәжит Ғафури исемен республиканың иң ҙур академия драма театры, баш ҡала урамы, парк йөрөтә. Өфөлә шағирҙың йорт-музейы эшләп килә.
Канал в каталоге Максиметера
803 подписчиков · Новости