Ҡыйыу яугир ҙә, өлгөлө тренер ҙа, иң яҡшы атай ҙа ул — 3 сентября 2026 г. в 10:45:49.255
Ҡыйыу яугир ҙә, өлгөлө тренер ҙа, иң яҡшы атай ҙа ул Ҡайһы бер кешеләр менән күрешеп-аралашҡандан һуң тормош яҡтыраҡ кеүек күренә, күңелдә изге тойғолар ҡала. Әлмир Үлмәҫҡоловты ла тап шундай кешеләр рәтенә индерер инем. Ул асыҡ, изге күңелле, йылмайып ҡына һөйләшә. Ғаиләһе, тыуған ауылы, тыуған илгә илһөйәрлеге тураһында һөйләгәндә лә ул ихласлығын йәшермәй. Бала сағы һәм таянысы Әлмир Сәғит улы Яңы Ҡыйышҡы ауылында өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, иртә вафат булғандан һуң, өләсәй-олатайҙары йәш ярымлыҡ Әлмир һәм өс йәшлек апаһы өсөн таяныс та, өлгө лә, иң яҡын кешеләре лә була. Бөгөн Вәрисә инәй Ғайсинаға 90 йәш, хәҙер инде ул ейәне Әлмирҙең ғаиләһе менән бергә ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Тормош матурлығына һөйөнөп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә кәңәш-фатихаһын биреп, тормоштарына йәм-ҡот өҫтәй. https://dairagazite.ru/articles/byl-mer-e-k-rk-m-bi-kt-re/2026-09-03/yyyu-yaugir-lg-l-trener-a-i-ya-shy-atay-a-ul-4801492

