Хөрмәтле Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе халҡы һәм ҡунаҡтары! — 30 декабря 2025 г. в 10:48:40.688
Хөрмәтле Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе халҡы һәм ҡунаҡтары! Ысын күңелдән барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр саҡ беҙҙең йорттарыбыҙға күңелле мәшәҡәттәр, мөғжизәгә ышаныу, туғандар менән осрашыу ҡыуанысы булып килеп инә. 2026 йылға аяҡ баҫҡан мәлдә үткәндәребеҙгә ҡарап һығымталар яһайбыҙ һәм киләһе көндәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Барығыҙға ла тыуған еребеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, терәк-таянысығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Башҡарыласаҡ эштәрҙе артабан да бергәләп тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанам. Киләсәккә яҡты өмөттәр һәм ышаныс менән йәшәйек, алдағы йылдар тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға, шатлыҡлы һәм бәхетле минуттарға байыраҡ булһын! Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйем! Яңы йыл менән!

