Хөрмәтле Дыуан-Мәсетле биләмәһе халҡы! — 1 июля 2026 г. в 04:21:51.830
Хөрмәтле Дыуан-Мәсетле биләмәһе халҡы! Яңы трактор һатып алыу өсөн аҡса йыйыу дауам итә.🚜 Сельсоветтың тракторы иҫке, йылдан-йыл ҡиммәтлерәк ремонт талап итә. Яңы трактор ауыл биләмәһе ауылдарының мәсьәләләрен хәл итер ине, сөнки трактор ауылдарҙа ҡышҡыһын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн булһа, йыл әйләнәһенә янғын һүндереү өсөн ҡулланыла. Йәйге миҙгелдә ауылдарҙа үткәрелгән өмәләрҙә ҡатнашыу өсөн ҡулланыласаҡ. Һеҙҙең ярҙам менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле сумманы йыйырбыҙ тип уйлайбыҙ. Әлеге ваҡытта бер кешенән 1000 һум аҡса йыябыҙ, аҡсаны сельсоветҡа килтереп бирергә була. ✅Шулай уҡ Валеева Алфира Ким ҡыҙына, ✅Фахрисламова Дамира Мусагит ҡыҙына, ✅Забирова Зәйтүнә Нәзир ҡыҙына, ✅Иштуганова Раушания Шафиҡ ҡыҙына, ✅Сайфуллина Земфира Нурмөхәмәт ҡыҙына, ✅Мухамедьянов Марс Марсель улына тапшырырға була. 🚜Әйҙәгеҙ биләмәләштәр әүҙем булайыҡ. 🙏🙏🙏

