💐 Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
💐 Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! 💐Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән! 💐Дан һиңә, дан, Башҡортостан!" (Р. Ғарипов) Күк Уралдың иркен күкрәгендә Азат шоңҡар ғорур осҡанын Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Егет ҡулы тейһә, ер майы ла Ете ҡаттан ата фонтанын. Ҡотлайым мин халҡым егетлеген: Дан һиңә, дан,Башҡортостаным! Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең, Ҡулдарында булһа оҫтаның. Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!