🤲🏻Изгелегегеҙҙең һауаптары насип булһын, яугир әсәһе!!! — 29 мая 2026 г. в 10:37:30.425
🤲🏻Изгелегегеҙҙең һауаптары насип булһын, яугир әсәһе!!! ❤️Матбуғат баҫмаларына яҙылыу, шул иҫәптән #ИзгеПодписка ла дауам итә. Бер көндө редакцияға МХО-ла һәләк булған яугирҙең әсәһе килде. Ул үҙе күптән инде "Ейәнсура таңдары" гәзитенә яҙылыуын әйтеп, йәнә 10 райондашҡа "районка" бүләк итергә теләүен белдерҙе һәм аҡса ҡалдырҙы. Апай фотоға төшөргә лә, исем-шәрифен күрһәтеүҙе лә кәрәк тип тапманы. ☝🏻Әйткәндәй, шөкөр, "Изге подписка" акцияһы сиктәрендә, яҡташтарға гәзитебеҙҙе бүләк итергә теләүселәр бихисап. Хатта кемгә яҙҙырырға икән, тип аптырап ҡалған саҡ та була. Шуға һеҙгә, мөрәжәғәт итәбеҙ. Әгәр "Ейәнсура таңдары"н уҡырға теләп тә, алдырырға мөмкинлеге булмағандарҙы белһәгеҙ, исемен һәм адресын беҙгә сообщение менән яҙһағыҙ ине.

