Йәшерен осрашыуҙарҙың ниндәй генә картина-һүрәттәрен күҙ алдына килтермәй Сәмиғтың көнс... — 28 мая 2026 г. в 19:30:03.268
Йәшерен осрашыуҙарҙың ниндәй генә картина-һүрәттәрен күҙ алдына килтермәй Сәмиғтың көнсөл хыялы! Нишләргә белмәй урамдарҙы ҡыҙыра, тыҡрыҡтарҙың, ҡапҡа төптәренең ҡараңғы мөйөштәрен байҡай, көтөү йөрөгән ерҙәрҙе, колхоз амбарҙары арттарын ҡарай, унан йылға буйына төшә, әммә тегеләрҙе бер ерҙә лә таба алмай. Ә уның уларҙы тап иткеһе, тотҡоһо килә, үҙенең йөрәгенә һуңғы үлемесле яра-йәрәхәт алып, үкереп илағыһы, унан үлгеһе килә. Ә иртәгәһенә Сания уға йәнә нисектер икенсе төрлө, серлерәк ҡараған төҫлө тойола… https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-28/by-a-yam-yr-hik-y-4702552

