– Улайһа мин үҙем. – Салбар кеҫәһенән арзанлы папирос ҡабын сығарҙы. Өй эсендәге араҡы ... — 17 августа 2026 г. в 16:14:00.768
– Улайһа мин үҙем. – Салбар кеҫәһенән арзанлы папирос ҡабын сығарҙы. Өй эсендәге араҡы көйөгөнә, танауҙы ярған һыҡраға ҡырҡыу тәмәке еҫе өҫтәлде. – Тормоштоң ҡото бала бит, ә беҙ шулай, бил быуарҙан бысылған түңгәктәй һерәйеп, икәүҙән-икәү генә суҡаябыҙ. Сажидәнең хәле барыһына ла билдәле, һин ситтә ятһаң да кеше аша ишетәһеңдер әле, ә ул араҡыға ағыуланған зәғиф бала тапҡым килмәй, тип баштан уҡ баш тартты, бер нисә тапҡыр аборт яһатты, ә хәҙер һуң инде... – Былай, дөйөм алғанда килешеп йәшәйһегеҙме һуң? – Килешәбеҙ, Сажидә бит мине ярата, ныҡ ярата, минһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Һәйбәт кеше ул, аҡыллы ҡатын, тик тотанағы тотмай эсә, ныҡ эсә, элек бер аҙ тотҡарланып ала, шу саҡта һил, рәхәт, үҙе бер байрам һымаҡ булып ҡала ине, хәҙер бөтөнләй тотанаҡтан яҙҙы, бәйҙән ысҡынды, кәнкритне тормозы тотмай. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-17/o-ata-kil-4784484

