Атты матур йәй иртәһе, — 16 августа 2026 г. в 02:46:16.235
Атты матур йәй иртәһе, Ҡояш ҡалҡты күк йөҙөнә! Бөтә донъя ял итәһе, Бүләк итеп көн түренә. Эш-мәшәҡәт онотолоп, Күңел йырлап торһон әле. Был ял көнө — яҡты, нурлы Бәхеттәргә илтһен әле! Нимә була ял тигәнең? Бармы уны, һин, күргәнең? Иртә таңдан кискә тиклем Түтәлгә бит бил бөгәһең. Турамалар, туңдырмалар, Компот менән ҡайнатмалар — Тултырыла банкаларға, Һыйланырға ҡыш сағында. Ҡайнар сәйҙе эсегеҙ ҙә Сығағыҙ һеҙ баҡсағыҙға, Бына бәхет! — булыр шунда: Ат йылында уңыш уңһа. Рөстәм Нурыев.

