Əртистең икенсе ҡыҙы ла аҡ əпəй ашаған ғаилəнəн ине. Байҙың бер бөртөк ҡыҙы. Мəктəп дир... — 4 сентября 2026 г. в 15:56:00.982
Əртистең икенсе ҡыҙы ла аҡ əпəй ашаған ғаилəнəн ине. Байҙың бер бөртөк ҡыҙы. Мəктəп директоры, уҡытыусы Һəҙиə апайҙың «Артек»тарҙа ғына ял иттереп, өф итеп кенə үҫтергəн Зилəһе. Мəктəпте тамамлағас, апай ҡыҙын бик ауырлыҡ менəн уҡырға керетте, тик тегеһе бер йыл уҡынымы‑юҡмы, ташлап ҡайтып килде лə, шəүлə кеүек, Əртис артынан эйəреп йөрөй башланы. Йəйҙəрен егет соланда йоҡлап йөрөй, Ғəлимə апай бер төн ҡараңғы соланда Зилəнең аҡ плащын күреп ҡалған да урам яңғыратты: «Илтеп ҡуй, кеше балаһын ни бысағыма эйəртеп йөрөтəң... Һинең башың бармы, юҡмы? Һин хут белəңме, кем балаһын алып ҡайтҡаның! Ҡайҙан алғанһың, шунда итеп ҡуй, хəҙер башыңды ярам, малай. Бына сусҡа, ə... Юҡмы шунда үҙебеҙҙең тиңерəк берəйһе... Кемде тапҡан, ə... Илтеп ҡуй, илтеп ҡу‑у‑й...» https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-04/lpe-yu-al-an-yyl-4802404

