Көтмәгәндә йөккә уҙҙым. Атай-әсәй алдына нисек ҡайтып күренермен, кеше ни әйтер, тигән ... — 3 сентября 2026 г. в 16:24:15.975
Көтмәгәндә йөккә уҙҙым. Атай-әсәй алдына нисек ҡайтып күренермен, кеше ни әйтер, тигән аптыраулы хәлдә ҡалдым. Оят ине. Бер үк ваҡытта рәхәт тә... Һуң миңә һинән дә яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше бар инеме икән ул мәлдәрҙә? Юҡ, һин минән баш тартманың, бөгөндән өйләнергә әҙер инең, тик ата-әсәйеңдән тартындың, дөрөҫөрәге, ҡурҡтың!!! Бына шул ваҡытта ныҡышыраҡ булһаң, ир-егет һүҙендә тороп, табип булараҡ дәлилдәреңде иҫбатлай алһаң, тормошобоҙ, бәлки, икенсерәк булыр ине лә, донъялағы иң ҙур гонаһҡа батмаҫ инек бит... Хәҙер уйлайым да, үкенесле уйҙарға уйылам. Һөйләрҙәр ҙә тынырҙар ине... Тыуҙырырға кәрәк булған сабыйымды! Бөгөн әсәйем дә, ташламаҫ инек әле, тип әйткән була. Ә ул ваҡыттағы ҡурҡыуым, кисерештәрем... Абортҡа барҙым. Ново-Александровкаға үҙең үк оҙатып ҡуйҙың. Мөхәббәт емешебеҙҙе үҙ ҡулыбыҙ менән үлтерәбеҙ, тинең дә ул һуңынан әсенеп. Тик «барма» тип әйтергә көс тапманың. Һуңынан икәүләшеп әҙ иламаныҡ. Дарыу эсеп, ағыуланырға ла маташып ҡараның, эсеп иҫереп, ҡыйыҡ башынан һикерәм, тип ҡурҡытҡан саҡтарың булды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-20/y-shlek-hatalary-ha-oray-bul-an-h-l-4693517

