Эргәмдә бөтөрөлгән Мәүлихаға ҡарап: «Талханың мөнәсәбәтен һиҙә микән?» – тип уйлай инем... — 2 сентября 2026 г. в 15:44:00.767
Эргәмдә бөтөрөлгән Мәүлихаға ҡарап: «Талханың мөнәсәбәтен һиҙә микән?» – тип уйлай инем. Бер төндө ләззәтле ыңғырашыуға тертләп уяндым. «Шым», – тип шыбырҙаны Талха. «Йоҡлай ул. Морфий – йоҡо аллаһы тигән һүҙ бит», – тип яуапланы татлы, иркә тауыш. Мәүлиханы тәүҙә танымай торҙом: наҙ шулай иретә икән. Талханың шифоньер артындағы карауатының хаяһыҙ шығырҙағанын ишетмәҫ өсөн бармаҡтарым менән ҡолағымды тығам, уртымды сәйнәйем: ир бирмәк, йән бирмәк. Ауыртыныуҙан илергәндә: «Инде бынан да ауырыраҡ ғазаптар юҡтыр», – тип һыҡраным. «Бар әле, тигәндер Хоҙай. – Йән ғазаптарын да татып ҡара», – тигәндер. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-02/partbilet-4799954

