Юмор һәм хәүефһеҙлек – бер залда!
Юмор һәм хәүефһеҙлек – бер залда! 2026 йылдың 7 октябрендә «Турникеттарһыҙ аҙна» бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы сиктәрендә Ейәнсура районының балаларға өҫтәлмә биреү үҙәгендә район мәктәптәре командалары араһында «Йәш хәрәкәт инспекторҙары» КВН-ы үтте. Сарала Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге хеҙмәткәре Ленар Ишмөхәмәтов сығыш яһаны: ул йәш хәрәкәт инспекторҙары отрядтарының эше һәм балаларҙың юл хәүефһеҙлеге мәсьәләләрендә ысын ярҙамсы булыуҙары тураһында һөйләне. «Турникеттарһыҙ аҙна» акцияһының төп маҡсаты – уҡыусыларҙы реаль һөнәрҙәр менән таныштырыу, ниндәй белгестәр талап ителеүен һәм республиканың үҫеш кимәлен күрһәтеү. Был юлы стандарт булмаған танышыу килеп сыҡты: юмор, ижад һәм команда эше аша балалар мөһим ҡағиҙәләрҙе тағы ла яҡшыраҡ үҙләштерҙе.