Ә һеҙ, дуҫтар, мәтрүшкә эсергә яратаһығыҙмы?
Ә һеҙ, дуҫтар, мәтрүшкә эсергә яратаһығыҙмы? 🌿 Мәтрүшкәнең файҙаһы 💚 Тынысландыра Мәтрүшкә составындағы эфир майҙары һәм В төркөмө витаминдары нервы системаһына йомшаҡ ҡына тынысландырыусы йоғонто яһай. Унан әҙерләнгән сәйҙе көндөҙ ҙә эсергә мөмкин. Ә йоҡоһоҙлоҡ йәки борсолоу булғанда, мәтрүшкәгә бөтнөк, лаванда йәки һары мәтрүшкә (зверобой) ҡушып эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. 🍵 🛡️ Һалҡын тейеүҙән һаҡлай Мәтрүшкә С витаминына, каротиноидтарға һәм антиоксиданттарға бай. Уның төнәтмәһе организмдың һаҡланыу көсөн арттыра, киҫкен респиратор вируслы инфекциялар миҙгелендә профилактика өсөн файҙаланыла. Һалҡын тейгәндә тирләтеүсе һәм бәүел ҡыуҙырыусы тәьҫире ярҙамында тән ҡыҙыуын төшөрөргә булышлыҡ итә. 🌬️ 😷 Йүтәлде еңеләйтә Мәтрүшкәнең хуш еҫен тимол менән карвакрол бирә. Был матдәләр бактерияларға ҡаршы көрәшә, ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итә, йүтәлде баҫа һәм ауыҙ ҡыуышлығы менән тамаҡтағы ялҡынһыныуҙы кәметә. 🌼 🌱 Аш һеңдереүҙе яҡшырта Мәтрүшкә ашҡаҙан һуты һәм үт бүленеп сығыуын көсәйтә, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта. Бер сынаяҡ мәтрүшкә сәйе эс кибеүен һәм ауырлыҡ тойғоһон бөтөрөргә ярҙам итә. 🍃 💆♀️ Ауыртыуҙы баҫа Мәтрүшкә төнәтмәһе еңелсә спазмды бөтөрөүсе үҙенсәлеккә эйә. Ул баш ауыртыуын, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙа кесе янбаш өлкәһендәге ауыртыуҙарҙы еңеләйтергә ярҙам итә. 🌸 🌺 Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлай Мәтрүшкә составында фитоэстрогендар бар. Улар антиоксидант тәьҫиргә эйә, менопауза осоронда һөйәктәрҙең ныҡлығын һаҡларға ярҙам итә һәм күкрәк биҙе яман шешенең хәүефен кәметеүгә булышлыҡ итә. ⚠️ Кемдәргә һаҡ булырға кәрәк? 🤰 Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 👶 3 йәшкә тиклемге балаларға мәтрүшкәле сәй һәм ризыҡтар тәҡдим ителмәй. ❤️ Йөрәк, 🩺 бөйөр йәки ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары булған кешеләргә уны даими ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим. 👨 Ир-егеттәргә бер сынаяҡ мәтрүшкә сәйенең зыяны юҡ, әммә уны көн һайын эсеүҙе ғәҙәткә индереү кәңәш ителмәй. 🍵 Самаһын белеп эселгән мәтрүшкә сәйе файҙалы, һаулыҡты нығытырға ярҙам итә! 🌿💚