Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылғы лауреаттарға Салауат Юлаев премияларын та...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылғы лауреаттарға Салауат Юлаев премияларын тапшырҙы Премияға композитор, 400-ләп йыр, баллада һәм романс авторы Рим Мәхмүт улы Хәсәнов – милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн; режиссер Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге күләмле сараларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн; яҙыусы Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм режиссер Рөстәм Милләт улы Хәкимов – Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле өсөн; Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аяз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, һәм Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллинды берләштергән ижади төркөм – Стәрлебаш районындағы «41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары» һәйкәле өсөн. 👏 Лауреаттарҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да Башҡортостанға ең һыҙғанып хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ!