Яҙмыш миҙгеле (Хикәйә)
Яҙмыш миҙгеле (Хикәйә) Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш, Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың. Яратыуҙан янып һөйгәнемде Шунда ғына аңлай башлайһың... Рәми Ғарипов. Усына ҡара тупраҡты ҡыҫҡан килеш ул ҡәбер янына сүгәләне. Елгә таралған сәстәре йөҙөн яба. Бите буйлап әллә йәш, әллә ямғыр тамсылары тәгәрәй... Ярым ябыҡ ҡорғандар аша ла үтеп ингән йәйге ҡояш бүлмәне йылы нурға сорнай. Палатала ул бер үҙе генә ине. Тамырҙары капельницанан тамған һыуҙы һура. Егет күҙҙәрен көскә асып ҡыбырларға тырышты, тик файҙаһыҙ: ҡабырғалары берҙәй һынғандай һыҙлай, һул аяғы гипста. Ҡашына тиклем бәйләнгән марля күҙҙе асырға ҡамасаулай. “Әллә яра һуҡтылар микән?” Егет был уйынан ҡурҡып китте. Башы күтәрә алмаҫлыҡ бер суйын тимер кеүек тойолдо уға. Тимәк, ныҡ туҡмағандар! Былай тере мәйет булып ятҡансы үлтергәнсе туҡмаһындар ине!.. Егет күҙҙәрен йомдо. Ҡояш нуры, әсә ҡарашындай булып, йөҙөн иркәләне. Их, әсәй, мине был хәлдә күреп һыҙланаһыңдыр инде. Мин һиҙәм, һин янымда. Һин һәр саҡ янымда булдың. Бына терелеп сыҡһам, ҡәбереңә тағы аҡ сәскәләр һалырмын. Һинең яратҡан сәскәләреңде”... Егет күҙҙәрен йомдо. Уҡырға ejansura.ru/news/hikay...