Хоккейҙан – лаптаға. Ике спорт, бер маҡсат
Хоккейҙан – лаптаға. Ике спорт, бер маҡсат Бай тарихлы, хозур тәбиғәтле Арсен ауылы Ейәнсура районының иң ситендә, район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта, Ырымбур өлкәһе сигендә урынлашҡан. Егоровтар был ауылда иң хөрмәтле ғаиләләрҙән һанала. Ғаилә башлығы Лазарь Васильевич Егоров ғүмер буйы педагог булып эшләй. Тәүҙә Абзан, унан Арсен мәктәптәрендә директор йөгөн тарта. Кесе улдары Лев атаһының юлынан китә – педагог һөнәрен һайлай. Әлеге көндә ул мәктәп яны интернатында тәрбиәсе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта мәктәптә “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” дәрестәрен алып бара. Мәктәптә антитеррор хәүефһеҙлеге өсөн дә ул яуаплы. Ысын педагог булараҡ, уны балаларҙың мауығыуҙары, буш ваҡыттарында нимә менән шөғөлләнеүҙәре ныҡ борсой. - Белеүебеҙсә, интернатта ятҡан уҡыусылар дәрескә барып ҡайта ла, дәрес әҙерләгәс, буш тиерлек. Балалар буш ваҡыттарында телефонға текләп ултырыуҙы өҫтөн күрә, йә, унан да яманы, тәртип боҙоу юлына баҫа, - тип көйәләнә педагог. Тулыһынса сайтта ejansura.ru/news/sport...