Финансовое управление Администрации муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан
Политика · 27 мая 2026 г.
Хөрмәтле райондаштар, мосолман ҡәрҙәштәр! — 27 мая 2026 г. в 04:25:02.814
Хөрмәтле райондаштар, мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе мосолмандарҙың иң хөрмәтле байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым! Ҡорбан байрамы тик изге эштәр һәм ғәмәлдәр менән билдәләнә. Ислам динен тотоусылар өсөн был байрам көндәре рухи камиллыҡ һәм мохтажлыҡ кисереүселәргә иғтибар осоро булып тора. Бар мосолмандарҙың күңеле дуҫлыҡ, туғанлыҡ, һөйөү, хөрмәт, бер-береңә ярҙам итеү итеү һәм шәфҡәт хистәре менән тула. Хөрмәтле райондаштар, мосолман ҡәрҙәштәр! Изге байрам һәр йортҡа именлек, тыныслыҡ килтерһен, көс һәм дәрт бирһен, изгелеккә әйҙәһен! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм бәрәкәтле тормош теләйем! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

