Финансовое управление Администрации муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан
Политика · 1 сентября 2026 г.
Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре — 1 сентября 2026 г. в 04:10:51.088
Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр! Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Беренсе сентябрь – сағыу бала саҡ хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана торған көндәрҙең береһе. Бигерәк тә 1 һәм 11 класс уҡыусылары өсөн тулҡынландырғыс мәл. Беренселәр тәүге тапҡыр мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫалар. Ун беренселәр өсөн яуаплы, һөҙөмтәләре менән мөһим уҡыу йылы башлана. Ҡәҙерле балалар! Уҡыуҙарығыҙҙа ҙур уңыштарға, яңынан-яңы еңеүҙәргә өлгәшегеҙ. Илебеҙгә, районыбыҙға кәрәкле илһөйәр шәхестәр булып үҫегеҙ! Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Яуаплы тәрбиә һәм уҡытыу эшендә көс, сабырлыҡ, тик уңыштар теләйем! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын!

