Финансовое управление Администрации муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан
Политика · 8 июля 2026 г.
Хөрмәтле райондаштар! — 8 июля 2026 г. в 05:05:38.193
Хөрмәтле райондаштар! Районыбыҙҙың барлыҡ ғаиләләрен матур байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайым! Был аҫыл ҡиммәттәр һәр ваҡыт һеҙгә юлдаш булһын, тормошоғоҙҙо шатлыҡ һәм бәхет менән тултырһын. Ғаилә - ул туғанлыҡ бәйләнештәре генә түгел, шулай уҡ беҙҙең таянысыбыҙ, көсөбөҙ, иртәгәһе көнгә ышанысыбыҙҙың сығанағы ла. Һәр беребеҙ өсөн ғаиләбеҙ - йәшәү мәғәнәһе. Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм балалар ҡыуанысы теләйем! Ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ һәм хөрмәт булһын! Байрам менән!

