Финансовое управление Администрации муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан
Политика · 25 июля 2026 г.
Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! — 25 июля 2026 г. в 06:04:34.101
Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Сауҙа хеҙмәткәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ - иҡтисадтың һәм көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларҙың ихтыяждарын тәьмин итеп, тауарҙарҙың киң ассортиментын булдырып, тармаҡтың тотороҡло үҫеүенә булышлыҡ итә. Киләсәктә сифат яғынан яңы кимәлгә күтәреү, заманса һәм уңайлы шарттар булдырыу буйынса берҙәм эш алып барылыр, сауҙа тармағы районыбыҙҙың иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанам. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

