Финансовое управление Администрации муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан
Политика · 31 июля 2026 г.
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы дауам итә. Изгел... — 31 июля 2026 г. в 14:21:35.076
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы дауам итә. Изгелек марафонына муниципаль район Хакимиәте ҡушылып, уҡыу кәрәк- ярактары менән 8 портфель тапшырҙы. Районда йыл һайын ойошторолған «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһының маҡсаты - аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итеү. Йыйылған уҡыу кәрәк-яраҡтары август аҙағында мохтаж балаларға тапшырыласаҡ. Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә. Шулай уҡ портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр яңы йәки һәйбәт торошта булырға тейеш. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр ярҙамды район “Ғаилә” үҙәгенә тапшыра ала.

