Ишбирҙеләр ең һыҙғана!
Ишбирҙеләр ең һыҙғана! Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы "Сәләмәт ауыл" конкурсы иғлан иткәйне.Бөгөн ошо проект сиктәрендә ауыл биләмәләрендә ҙур эштәр атҡарыла. Кисә район хакимиәте һәм Ҡоролтай яңы проект - "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсы иғлан итте. Әйҙәгеҙ, ошо конкурста ла әүҙем ҡатнашайыҡ, сөнки ауылдарыбыҙҙың төҙөклөгө үҙебеҙҙең ҡулда!
232 просмотров