21 октябрь көнө Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда
21 октябрь көнө Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың тыуған көнө уңайынан уҡымышлы, тыйнаҡ, дәртле, сая рухлы һәм ижади үҫмер ҡыҙҙар араһында “Тәңкәле ҡыҙ-2026” төбәк бәйгеһе үткәрелә. Бәйгелә Ниғәмәт, 2-се Этҡол, Темәс, Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай, Түбә, Мерәҫ ауылдары ҡыҙҙары ҡатнаша. Бәйге иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Рәхим итегеҙ!