Үҫтерәйек батырҙар! — 21 августа 2026 г. в 14:48:21.249
Үҫтерәйек батырҙар! Был тарафта тыуа батыр ирҙәр, Шаһит быға күпме быуаттар, Тыуған ерен һөйгән азаматтар, Тыуған илен данлар ир-аттар. Үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеү – Ысын ир-егеттең бурысы, Халҡы, иле өсөн янып-көйөү – Уның өсөн күңел торошо. Кеше ғүмерҙәре мәңге түгел, Өлгөрәйек эшләп изгелек, Тыуған ерен данлап йәщәгәндең Ерҙә ҡалған даны мәңгелек. Ҡушымта: Атайҙан күргән - уҡ юнған, Үҫтерәйек батырҙар, Илһөйәрҙәр үҫкән ерҙәр Күкрәп сәскә атырҙар! Ошо йыр теүәл бер йыл элек Икенсе Этҡолда Азамат Тажетдинов исемендәге шиғыр, хикәйә, ҡобайыр ижад итеүселәрҙең һәм сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында тәүге тапҡыр яңғыраны.Уны Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Рифат Йәмлихин башҡарҙы. Конкурстың гимнына әүерелгән йырҙың һүҙҙәрен Фирүзә Абдуллина, көйөн Рәмил Туйсин ижад иткән.

