💚Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала — 8 июня 2026 г. в 13:54:55.585
💚Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә “Урал батыр”эпосы яҙып алынған төбәктә ҡоролтай, район хакимиәте, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм Хәмит сәсән вариҫтары тырышлығы менән Урал аръяғы райондарының йәш сәсәндәре араһында “Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала” конкурсының финалы һәм эпос көнөнә арналған сара үткән. Унда 46 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе һәм мәктәп уҡыусыһы эпосты яттан һөйләү буйынса көс һынашҡан. Артабан бәйгене республика кимәлендә үткәрергә тәҡдим бар. Сарала, шулай уҡ, Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашҡан. Тулыраҡ: https://vk.com/wall-109622739_102570

