Икенсе Этҡол ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе - Хәмдиә Хөрмәт ҡыҙы һәм Арслан Хажи ... — 7 сентября 2026 г. в 18:32:25.841
Икенсе Этҡол ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе - Хәмдиә Хөрмәт ҡыҙы һәм Арслан Хажи улы Ғүмәровтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыл тулыуын - алтын туйҙарын билдәләнеләр. Ошо уңайҙан уларҙы Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы Аминев, ауыл биләмәһе белгесе Гөлсөм Заһит ҡыҙы, китапханасы Фәниә Зиннәт ҡыҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәжитов Динар, Баимова Нәркәс, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова ҡотланылар. Амур Зиннәтулла улы Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының Маҡтау грамотаһын һәм Ниғәмәт ауыл хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Фәниә һәм Динар Мәжитовтар матур йырҙарын бүләк иттеләр. Хәмдиә Хөрмәт ҡыҙы һәм Арслан Хажи улы эш урынында үҙҙәрен тырыш, егәрле, маҡтауға лайыҡ хеҙмәткәр итеп күрһәттеләр. Улар матур ғаилә ҡороп, тәртипле, тәрбиәле балалар үҫтереп, уларҙы үҙаллы тормош юлына сығарҙылар һәм тик маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәренә генә лайыҡ! Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да Хәмдиә Хөрмәт ҡыҙы ауыл, райондың мәҙәни тормошонда, "Ағинәйҙәр" ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнашты. Алдағы көндәрҙә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, бәрәкәттә-муллыҡта, күңел тыныслығында, именлектә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Ғаилә байрамығыҙ - алтын туйығыҙ ҡотло булһын! "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.

