Мотал Рәмов
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре “Үҙеңдекен тотоп ултыр!” Еңгәйҙәрем менән телефондан аралашҡан һайын мәрәкәләшеп, бер-беребеҙҙе шаяртып алабыҙ. Был юлы 4-5 көн буйына телефонын алмаған еңгәм бер көнө үҙе шылтыратты. –Сәләм, ҡәйнеш! Һин шылтыратҡанда – мин өйҙә булмайым, мин шылтыратһам, һин алмайһың... Хәлдәрегеҙ нисек? Көҙгө эштәрҙе теүәлләп бөттөгөҙмө? –Аллаға шөкөр! Һин дә мин генә йәшәп ятабыҙ... Үҙең ни хәлдә? Байтаҡ аралашмағас, хәбәрҙәр күбәйеп киткән – оҙаҡ ҡына ләпелдәштек. –Шылтыратһам, телефоныңды алырға тырыш, ҡайһы берҙә ашығыс яңылыҡтар килеп сыҡҡылай бит, – еңгәмә иҫкәртеү яһайым. –Ярай, һин дә үҙеңдекен тотоп ултыр! –Ул нимә тигән хәбәрең? – мин тыйыла алмай көлә башланым. –Телефоныңды үҙең менән алып йөрө, тием... –Ә-ә-ә... Юҡһа, мин бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында уйлайым... –Үәт, тәртипһеҙ! Икәүләшеп көлөшә-көлөшә һау буллаштыҡ...