Бөгөн коллегабыҙ, шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй...
Бөгөн коллегабыҙ, шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар Союздары ағзаһы, Юлай Мәҡсүтов һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Айгөл Рамаҙан ҡыҙы Иҙелбаева (Ишемғужина) тыуған көн. Айгөл Рамаҙан ҡыҙы 1977 йылдың 5 октябрендә Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң ,136-сы башҡорт лицейында (Өфө ҡалаһы) эшләй, 2000 йылдан алып "Һаҡмар" район гәзитенең хаттар бүлеге хәбәрсеһе. 2018-2020 йылдарҙа Баймаҡ телевидениеһында хәбәрсе, башҡорт бүлеге мөдире, "Рух ҡошо" проекты авторы була. 2020 йылдан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы бүлеге методисы, артабан баш библиограф булып эшләй. 6 шиғыр йыйынтығы авторы. "Милләт - ара татыулыҡ-Башҡортостандың сәскә атыуына юл" Республика журналистар конкурсы дипломанты (2008), "Илһам шишмәләре" Төбәк-ара шиғриәт фестивале дипломанты (1999-2001),БР журналистар Союзы съезында ҡатнашыусы (2001, 2010). 2002 йылдан алып 2025 йылғаса китапхана янында эшләп килгән Рәйес Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижади берекмәһе етәксеһе.