Бөгөн Билал ауылында "Ҡоҙоҡтар - йәшәү сығанағы" исемле ҙур сара үтте.Ул Баймаҡ районы ...
Бөгөн Билал ауылында "Ҡоҙоҡтар - йәшәү сығанағы" исемле ҙур сара үтте.Ул Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл" конкурсына ярашлы ойошторолдо.Сарала район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Билал ауыл биләмәһе башлығы Данис Иҫәнъюлов, ауыл халҡы ҡатнашты. Шуныһы һөйөнөслө, билалдар "Сәләмәт ауыл" конкурсына ярашлы бик тә һөҙөмтәле эш алып бара.Тап ошо проектҡа ярашлы быйыл бында ике шишмә яңы һулыш алды: Әхмәт ҡоҙоғо һәм Моңло ҡоҙоҡ заманса материалдар менән кәртәләп алынды, унда бөтөн шарттар булдырылды.Күҙҙең яуын алып торған ике шишмә бөгөн тантаналы асылды.Бай тарихҡа эйә булған ҡоҙоҡтар оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт иткән һәм артабан шулай булыр, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Үҙенең сығышында Иҙел Данил улы ауылдарҙы төҙөкләндереү, шишмәләрҙе кәртәләү, халыҡты изге эштәргә дәртләндереү маҡсатында үҙенсәлекле проекттар иғлан иткән район Ҡоролтайының һәм был тәңгәлдә уларҙы үткәреүгә күп көс һалған ауыл биләмәләренең, халыҡтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы, рәхмәт белдерҙе. Бер үк ваҡытта ташламалы хаҡҡа "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо, махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә күстәнәстәр әҙерләнде. Сараны ойоштороуға һәм үткәреүгә ауыл хакимиәте, Билал ауыл китапханаһы, ағинәйҙәр күп көс һалды.