Бөгөн Баймаҡта үткән "Икмәкфест" сараһында Ишмөхәмәт һәм Йылайыр ауыл биләмәләре башҡо...
Бөгөн Баймаҡта үткән "Икмәкфест" сараһында Ишмөхәмәт һәм Йылайыр ауыл биләмәләре башҡорт халҡының милли ризығы - талҡандан 25 төрлө ризыҡ әҙерләне. Майлыһы ла, баллыһы ла, сейәле-ҡарағатлыһы ла телде йоторлоҡ ине. Талҡандан хатта кәтлит, аш тәмләткестәр алып килгәндәр. Ҡурмас ҡурып, талҡан тартып, һалдаттарға күстәнәстәр әҙерләнеләр. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда талҡан әҙерләүҙе лә сәхнәләштерҙеләр. Данлыҡлы Ленин орденлы "Йылайыр" совхозына арналған күргәҙмә айырым урын биләне һәм иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Ҡомалаҡ икмәге, тәмле пирогтар менән һатыу иттеләр.