❓ Ҡөрьәнде яттан белергә теләйһегеҙме?
❓ Ҡөрьәнде яттан белергә теләйһегеҙме? ✅ Бер ысулы бар! 💯 Был ысул Ҡөрьән аяттарын тиҙ һәм ныҡлап хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итәсәк. 🔸 "Әл-Фатиха" сүрәһе миҫалында ҡарайыҡ: 🔹 Беренсе аятты 20 тапҡыр уҡы: Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахиим 🔹 Икенсе аятты 20 тапҡыр уҡы: Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәләмиин 🔹 Өсөнсө аятты 20 тапҡыр уҡы: Әр-Рахмәәнир-Рахиим 🔹 Дүртенсе аятты 20 тапҡыр уҡы: Мәәлики йәүмид-диин 🔺 Ошо 4 аятты бергә ҡушып, 20 тапҡыр ҡабатлап уҡы. 🔹 Бишенсе аятты 20 тапҡыр уҡы: Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә настәғиин 🔹 Алтынсы аятты 20 тапҡыр уҡы: Иһдинә-ссыираат-аль-мүстәҡиим 🔹 Етенсе аятты 20 тапҡыр уҡы: Сыраат-әл-ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайри-әл-мағдууби ғәләйһим үә ләәд-дааальлииин 🔺 Бишенсе аяттан алып, аҙаҡҡа тиклем бергә ҡушып 20 тапҡыр уҡы. 🔸 Ошо сүрәне тулыһынса хәтерҙә ҡалдырыу өсөн баштан алып аҙағынаса 20 тапҡыр уҡы. 🔸 Ҡөрьәндең һәр битен ошо рәүешле уҡып сыҡ. Бер көндә бер биттән бик артығын ятламағыҙ: ашыҡҡан ашҡа бешер. 🔹 Икенсе көнө яңы битте ятларға теләһәң, тәүҙә кисәге ятлаған өҙөктө баштан алып аҙағынаса 20 тапҡыр уҡып, ҡабатлап сыҡ. Шунан һуң ғына үрҙәге ысул менән яңы битте өйрәнә башла. 🔺 Ҡөрьәнде ятлап ҡына барма, ә алдан уҡығанды ҡабатлап та тор. 🔹 Ҡөрьәнде шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлергә: һәр өлөштә унар жүз (Ҡөрьәндең яҡынса 30-ҙан беренә тиң өлөшө). ▪️ Әгәр бер көндә 1 битте ятлаһаң, 4 битте ҡабатла - 10 жүзде хәтерҙә ҡалдырғанға тиклем. ▪️ 10 жүз ятлаһаң, бер айға тулыһынса ошоно ҡабатлау өсөн туҡталып тор һәм көн һайын 8 тапҡыр ҡабатла. 🔹 Бер айҙан һуң, туҡтаған ерҙән артабан сүрәләрҙе ятлауҙы дауам ит. ▪️ Шунан 10 жүз хәтереңдә ҡалғансы, 8-әр битләп ҡабатла. ▪️ 20 жүзде ятлағас, ике ай ошоно ҡабатла, яңыларын ятламай тор. Көн һайын 8-әр битләп уҡы. Бына шулай яйлап, бөтә Ҡөрьәнде ятлап алғансыға тиклем, алдан өйрәнгәнде нығытыу маҡсатында икешәр айға туҡтай-туҡтай дауам итергә кәрәк. 🔺 Ҡөрьәнде тулыһынса ятлап бөткәс, тик тәүге 10 жүзде генә 1 ай дауамында ҡабатла. Көн һайын ярты жүзде. Шунан киләһе 10 жүзде шулай уҡ яртышар итеп 1 ай дауамында ҡабатлауға күсегеҙ, ә тәүге 10-һын 8-шәр битләп уҡығыҙ. Шунан һуңғы 10 жүзгә күс. ▪️ Көн һайын ярты жүзгә ҡушып, беренсе өлөштәге 10 жүз һәм икенсе өлөштәге 8 битте бергә уҡығыҙ. 🔹 Ошолайтып ҡабатлап бөткәс, Ҡөрьәнде көн һайын 2-шәр жүзләп ҡабатлап сығырға кәрәк. 🔺 Әгәр көнөнә 3 тапҡыр ҡабатлаһаң, һәр ике аҙна һайын уҡып бөтөп торасаҡһың һәм бер йыл дауам итһәң - изге китапты тулыһынса хәтерҙә ҡалдырасаҡһың.