🌿 АСЫУҘЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?
🌿 АСЫУҘЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ? Бер сәхәбә Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ: «Йә, Рәсүлуллаһ! Миңә берәй нәсихәт бир әле!» — тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: «Асыуланма!» — тип яуап биргән. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәренә таянып, асыуҙы еңергә ярҙам иткән бер нисә кәңәште иҫкә төшөрәйек. 1️⃣ АСЫУҘЫ БАҪА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР Пәйғәмбәребеҙ ﷺ асыуланған кешегә: «Әғүүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-ражиим», — тип әйтергә ҡушҡан. Мәғәнәһе: «Ҡыуылған шайтандан Аллаһҡа һыйынам». 2️⃣ ТӘҺӘРӘТ АЛЫУ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Дөрөҫлөктә, асыу — шайтандан, ә шайтан уттан яратылған. Утты һыу менән һүндерәләр. Шуға күрә асыуы сыҡҡан кеше тәһәрәт алһын», — тигән. 3️⃣ ЫСЫН КӨС НИМӘЛӘ? Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Көрәштә еңгән кеше түгел, ә асыуы сыҡҡанда үҙен ҡулда тота алған кеше көслө», — тигән. 4️⃣ АСЫУҘЫ ТЫЙҒАН ӨСӨН ӘЖЕР-САУАП Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Асыуы сыҡҡанда, уны тышҡа сығарырға мөмкинлеге була тороп та, үҙен тыйған кешенең йөрәген Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә ҡәнәғәтлек менән тултырасаҡ», — тигән. 5️⃣ ӨНДӘШМӘҮ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Берәйегеҙҙең асыуы сыҡһа, өндәшмәһен», — тигән. Ҡайһы саҡта бер ауыҙ һүҙ әйтмәй ҡалыу күп кенә үкенестәрҙән һаҡлай. 6️⃣ ТӘН ТОРОШОН ҮҘГӘРТЕҮ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Асыуың сыҡҡанда баҫып торһаң — ултыр. Ултырған килеш тә асыуың баҫылмаһа — ят», — тигән. 🌸 Асыуланыу еңел, ә асыуыңды йота белеү — ҙур сабырлыҡ. 🤲 Йә, Раббым! Беҙгә сабырлыҡ, йомшаҡ күңел, күркәм холоҡ насип ит! Асыуыбыҙҙы еңергә, бер-беребеҙҙе аңларға һәм ғәфү итә белергә ярҙам ит! Әмин!